Өфөлә Рус географияһы йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты ойошторған “Рәсәйҙе яңынан асабыҙ. Бөтә ғаилә менән!” төбәк-ара фестивале үтте.
Унда геопарктар, музейҙар, туристик фирмалар эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса презентация эшләнеләр. Әйткәндәй, “Урал барыҫы” һәм “Асҡын боҙ мәмерйәһе” проекттары Рус географияһы йәмғиәте ярҙамында эшләнгән. Фестиваль барышында төрлө конкурстар, билдәле сәйәхәтселәр, туристар һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар булды, йәмғиәттең проекттарында еңеүселәрҙе бүләкләп киттеләр. Фестивалдә ҡатнашыусы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы республиканың эшҡыуарҙары, туризм буйынса дәүләт комитеты үткәргән конкурстарҙа ҡатнашып ошо уҡ айҙа биш миллион һумға тиклем субсидия алыуы мөмкин. Тик, бындай эшҡыуарҙарға төп талап – сифатлы туристик продукттар булдырыу, уның республика халҡына һәм ҡунаҡтарына ысын мәғәнәһендә ҡулайлы булыуы шарт. “Беҙ, киләсәктә йыл һайын биш миллионға тиклем туристарҙы Башҡортостанда ҡабул итергә тейешбеҙ”, тине ул. Һуңғы йылдарҙа илдә, пандемия сәбәпле эске туризм йылдам үҫешә. Эшҡыуарҙар был йүнәлештә үҙ көстәрен һынай, туристик операторҙар төрлө программаларҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе, туристик кешбэк программаһы. Был программаның көҙгө миҙгелдәге йомғаҡтарына ярашлы Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урында килә.