

Әле Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙар реестрына 316 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ингән. Был 2021 йылға планлаштырғандан 7 процентҡа күберәк һәм үткән йылдағыға ҡарағанда 123 предприятиеға артыҡ.
– Башҡортостан Республикаһы Реестрға индерелгән социаль предприятиелар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында икенсе урынды биләй. Иң күп социаль предприятиелар Өфөлә, Күмертауҙа, Бәләбәй районында, Нефтекамала, Сибайҙа урынлашҡан, – ти БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектында социаль эшҡыуарҙарға консультация һәм белем биреү дәүләт ярҙамы, грант булараҡ матди ярҙам да күрһәтеү ҡаралған.
Гранттар социаль эшҡыуарҙар реестрына ингән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелә. Минималь суммаһы – 100 мең һум, максималь суммаһы – 500 мең һум. Был аҡсаны бинаны ҡуртымға алыуға, ремонтлауға, ҡорамалдар алыуға, коммуналь түләүҙәргә һәм башҡа сығымдарға тотонорға мөмкин.
Әле грант алыу буйынса конкурс бара. Документтарҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына 12 октябргә тиклем тапшырырға була.
Бынан тыш, социаль предприятиелар милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Социаль проекттар акселераторы” тип аталған ике айлыҡ интенсив үтә ала. Ғаризаларҙы 30 сентябргә тиклем ошо һылтанма буйынса тапшырырға мөмкин: http://accelerator.ufanet.ru/2021/ .