Иҡтисад
6 Октября 2021, 10:29

Путин 2023 йылды Уҡытыусы йылы тип иғлан итте

Рәсәй президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы йылы тип иғлан итте. Был турала ул «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттары һәм финалистары менән осрашыуында хәбәр итте. #ВладимирПутин

Рәсәй президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы йылы тип иғлан итте. Был турала ул «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттары һәм финалистары менән осрашыуында хәбәр итте, тип яҙа РИА Новости.

Дәүләт башлығы 2023 йылда Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуын да билдәләп үтте. Уҡытыусы йылын үткәреүгә әҙерлек тиҙҙән башланасаҡ, тине Путин. Бынан тыш, ул конкурс лауреаттарын унда ҡатнашырға өндәне.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:
Читайте нас