Иҡтисад
12 Октября 2021, 03:45

Ҡайһы милли проект өлгөрөрәк булыр?

Рәсәй юлдарының ниндәй хәлдә булыуы тураһында күптән мәғлүм инде. Был мәсьәләне «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты хәл итергә тырыша.

Добавить в предпочтительные источники Google

Әммә бөтә Рәсәй буйына юл селтәрен тиҙ арала төҙөкләндереү мөмкин түгел. Шуға күрә «Һанлы иҡтисад» милли проекты ла ошо йүнәлештә эшләргә ниәтләй. Мәҫәлән, пилотһыҙ осоусы аппараттар — дрондар йөк һәм заказдарҙы осороп алып барып еткерә алыр ине.

Томск өлкәһендә ошо ҡыйыу идеяны тормошҡа ашыра башлағандар. Тоннанан ашыу йөк күтәрерлек осоу аппараттары Жуковскийҙағы авиасалонда етештерелә. Әммә әлегә уларҙы коммерция маҡсатында ҡулланыу закон менән тыйыла ине. Быйыл яңы технологияларҙы билдәле ғәмәлдәр өсөн ҡулланыуҙы рөхсәт иткән Федераль закон ҡабул ителгәс, дрондарҙы йөк ташыу өсөн файҙаланыу мөмкин буласаҡ.

Томск өлкәһе губернаторы урынбаҫары А. Антонов «Юл юҡлығы арҡаһында транспорт барып етә алмаған урындарға медикаменттар ебәреүҙе дрондар ярҙамында хәл итергә була», — тип белдерҙе. Йәки юлһыҙ урында, мәҫәлән берәй машина боҙолоп ултырһа, уға алмаш өлөштәрҙе лә дрон алып барып еткерә ала.

Ҡайһы милли проект өлгөрөрәк булыр?
Ҡайһы милли проект өлгөрөрәк булыр?
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас