Иҡтисад
14 Октября 2021, 07:25

Ярҙам алам тиһәң

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы компаниялар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан инвестиция проекттары өсөн ташламалы кредит алыу хоҡуғына эйә. #нацпроект#регпроект#нацпроектыБашкортостан

Займдың суммаһы  20-300 миллион һумға тиклем ҡаралған, йылына 1 процент менән 5 йылға бирелә. Ошо проект сиктәрендә хуплау тапҡан инвестиция проекттары,  шулай уҡ етештереү һөҙөмтәлелеген һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелергә тейеш. 2018-2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының ташламалы займдар суммаһы - 5,5 миллиард һум, республиканыҡы  846 миллион һум тәшкил иткән. Проект эшләй башлаған  2019 йылдан алып Башҡортостандың 118 предприятиеһы һаҡсыл етештереү ҡағиҙәләре буйынса үҙ эшен оптималләштергән, уларҙа етештереү ҡеүәте уртаса 23 процентҡа артҡан, эшләнеш  ваҡыты - 31 процентҡа, тамамланмаған етештереү күләме 39 процентҡа кәмегән.

     "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты 2024 йылға илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас