2021 йылдың башынан Башҡортостан иҡтисадына капитал һалыуҙар 24 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, ә 25 инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә ингән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 1210 кешегә яңы эш урыны буласаҡ. Инвесторҙар өсөн иң яҡшы йүнәлеш булып юл сервисы тора, был өлкәлә 16 инвестиция проекты ҡатнаша. Икенсе урында, сәнәғәт өлкәһенә ҡағылышлы проекттар, бында туғыҙ проект. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инеү отошло, улар дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән ярҙам сараларын файҙалана ала. Атап әйткәндә, мөлкәткә һалым буйынса ташламалар буласаҡ, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға тотоноуға һәм ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алыуға субсидия биреләсәк.
Шул уҡ ваҡытты, инвесторҙар ҙа билдәле талаптарға яуап бирергә тейеш. Мәҫәлән, капиталь һалыуҙар күләме 100 миллион һумдан да кәм, юл яны сервисы өлкәһендәге проекттар өсөн - 50 миллион һумдан да кәм булмауы мотлаҡ. Проект өс йыл дауамында тормошҡа ашырылырға, уның барышында кәмендә 20 эш урыны булдырылырға һәм инвестор Башҡортостан биләмәһендә теркәлергә тейеш.