Әммә, киләһе йыл, “Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары” милли проекты арҡалы был мәсьәләне хәл итә башлаясаҡтар, тип күҙаллана. Йәғни бензин менән заправкалау станцияларында электромобилдәр батарейкаһын тулыландырып алырға ла мөмкин буласаҡ.
Донъяла киң билдәле етештереүселәр бөгөн үк рәсәйгә электрокарҙар индерергә әҙер. Әлбиттә, тәүге осорҙа улар Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙа тест һынауҙары үтәсәк., төбәктәргә һуңғараҡ ебәреләсәк. 2022 йылда Киа һәм Хундай ошондай машиналарҙы беҙҙең илгә һатыуға индерергә ниәтләй. Әлегә беҙҙә 446 берәмек Порше элктромобиле иҫәпләнә. Ауди машинаһын 244 кеше файҙалана.
Шул уҡ мәлдә Рәсәй автомобиль заводтары ла тенденциянан артта ҡалмаҫҡа тырыша. КамАЗ, мәҫәлән, “Кама-1” электр кроссоверын сығарыу өҫтөндә эш башлаған. Хэтчбектар етештереүсе Зетта маркаһы ла электромобилдәрҙе йыйыу менән мәшғүл.