

Баймаҡ районында илдәге берҙән-бер бейә һөтөн киптереүҙә махсуслашҡан предприятие - «Экопродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй.
Кипкән ҡымыҙҙы ихлас һатып алалар. Предприятие киләсәктә етештереүҙе киңәйтергә уйлай. Баймаҡ предприятиеһы тәүлегенә 200 литрға тиклем продукция етештерергә һәләтле. Хәҙер эшҡыуарҙар был һанды ике мең литрға тиклем еткермәксе.
Быйыл Баймаҡ районында булған Төркиә делегацияһы ҡымыҙ һәм кипкән бейә һөтө менән ҡыҙыҡһынды. Баймаҡ йүнселдәре продукцияны сит илгә һатыр өсөн халыҡ-ара сертификат юллау менән мәшғүл. Етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм экспортҡа тауар сығарыу перспективаһы компанияның һәм райондың үҫешенә өҫтәмә этәргес буласаҡ.Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Республикаһында АПК продукцияһын экспортлау” төбәк проектын бойомға ашырырға мөмкинлек бирә.
Иштимер Йосопов фотоһы.