Дәүләт ярҙамы алырға теләүсе эшҡыуарҙарҙан ғаризалар 1 ноябрҙән ҡабул ителә, ә аҡса 15 ноябрҙән күсерелә. Грантты алыу өсөн онлайн рәүештә Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эшҡыуарлыҡ субъектының берҙәм реестрҙа теркәлгән булыуы мотлаҡ. М. Мишустин әйтеүенсә был маҡсатта федераль бюджеттан 38,5 миллиард һум аҡса бүленә. Был саралар 3 миллиондан ашыу эшҡыуарға ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк.