Был саралар 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә эшләмәй торған көндәр иғлан итеүгә бәйле ойошторола. Ҡайһы бер тармаҡтарҙа бизнес әйләнешенең 25-30 процентҡа, ә Мәскәүҙә 35 процентҡа түбәнәйеүе күҙәтелә. Шуға бәйле элек индерелгән дәүләт ярҙамы саралары ҡайтанан тергеҙеләсәк.
Хеҙмәткәрҙәргә гранттар.
Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән тармаҡтарҙа эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәр бер рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылған хеҙмәткәргә берәр федераль МРОТ күләмендә (12792 һум) аҡса түләргә ҡарар итте.
Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем федераль һалым хеҙмәтенә nalog.ru сайтындағы шәхси кабинет аша бирергә була. Түләмдәр 15 ноябрҙән башлана һәм мөрәжәғәт иткәндән һуң һигеҙ көн эсендә түләнергә тейеш. Аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк түгел, уны үҙегеҙ нисек теләйһегеҙ шулай тотона алаһығыҙ.
Был маҡсатҡа бөтәһе 27 миллиард һум бүленә.
Ташламалы кредиттар.
Шулай уҡ былтыр ташламалы кредиттар алған зыян күргән тармаҡтағы бизнес быйыл да эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн яңы кредит менән файҙалана аласаҡ. Уның максималь суммаһы түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:
МРОТ х Эшселәр һаны х 12 ай.
Тәүге ярты йыл проценттар түләү кәрәкмәй, ә артабанғы ярты йылда төп бурыс 3 процент ставка менән түләнергә тейеш. Тик мөһим шарты бар: компания хеҙмәткәрҙәрҙең 90 процентын һаҡлап ҡалырға тейеш. Улай булмаһа ставка баҙар кимәленә тиклем артасаҡ. Аҡсаны 6 ай дауамында тигеҙ өлөштәр менән ҡайтарырға кәрәк. Кредит алыу программала ҡатнашҡан банктар аша буласаҡ.
Ошо программа буйынса бизнесҡа 8 миллиард һум бүленә.