Иҡтисад
30 Октября 2021, 05:02

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дауам ителә

Быйыл ил буйынса ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү сараларын тормошҡа ашырыуға 35,9 миллиард һум йүнәлтелгән.

Быйыл ил буйынса ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү сараларын тормошҡа ашырыуға 35,9 миллиард һум йүнәлтелгән.

Федераль аҡсаның иң күп лимиттарының береһе Башҡортостан Республикаһына тура килә. Тимәк, республикала  дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыуға ҙур иғтибар бирелә.

 2020 – 2022 йылдарҙа республика сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 5,16 миллиард һум тәшкил итәсәк, шуның 2,62 миллиард һумы – федераль ярҙам.

2020 йылда дөйөм хаҡы 1,4 миллиард һумлыҡ 145 объектты сафҡа индерелергә тейеш. Ауылда 20 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөп, граждандарға социаль ҡуртым килешеүе буйынса 3,4 мең квадрат метр тапшырылырға тейеш. Шулай уҡ 23 балалар спорт майҙансығы, һыу һәм газ бүлеү селтәрҙәре төҙөү, 200 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығын төҙөкләндереүү планлаштырыла.

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас