Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов “Башавтотранс” предприятиеһы филиалдары етәкселәренә “НефАЗ” маркалы 30 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы.
Машиналар газ двигателендә эшләй. Һәр автобус 105 кешене һыйҙыра ала. Улар пассажирҙарға электрон мәғлүмәт еткереү һәм ГЛОНАСС навигация юлдаш системалары, тахограф, инвалид коляскаһы өсөн махсус урын менән йыһазландырылған. Видеокүҙәтеүҙең һигеҙ камералы системаһы, пассажирҙар ағымын асыҡлауҙың автоматлаштырылған системаһы эшләй.
Яңы автобустар транспортҡа ихтыяж ҙур булған рейстарға бүленгән, 51-се, 51А, 69-сы, 39-сы автомобиль маршруттары яңы транспорт саралары менән тулыланған. Шулай уҡ яңы йәмәғәт транспорты ҡаланың үҙәге менән Дим биҫтәһен, Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропортты һәм Булгаков ҡасабаһын тоташтырған маршруттарға ла сыҡҡан.
Быйыл республика “Башавтотранс” өсөн 2,1 миллиард һумлыҡ урта һәм юғары класлы 220 автобус һатып алған. Йыл аҙағына тиклем йәнә ун автобус алынасаҡ.
Фото Башҡортостан Башлығы сайты.