Яңы һөнәрҙәргә өйрәнеү — бушлай. Курстар юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттар базаһында ойошторола. Дистанциялы шөғөлләнеү мөмкнилеге лә бар. Уҡытыу программаһына эләгеү өсөн “Работа в России” порталында теркәлергә кәрәк. Ошонда уҡ һеҙ эш биреүсе лә таба алаһығыҙ.
Быйыл үҙ бизнесын асырға теләгән 170 мең ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыу ҡаралған. Курстарҙа таргетолог, интернет-маркетинг белгесе, шеф-ашнаҡсы, социаль хеҙмәткәр кеүек һөнәрҙәргә өйрәнергә була. Ике ай уҡып, имтихан тапшырғас, тейешле сертификат бирелә.