Иҡтисад
4 Ноября 2021, 03:20

Туристик проекттарға инвестор кәрәк

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Бөрйән, Балаҡатай, Йылайыр райондарында туристик  объекттарҙы төҙөү өсөн инвесторҙарға майҙансыҡтар әҙерләне. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Балаҡатай районында Йомаш  быуаһы янында глэмпингтар төҙөүгә инвесторҙарға майҙансыҡ тәҡдим ителә.  Проектҡа ярашлы унда  төҙөлгән объектта башҡорт халҡы көнкүреше һәм традициялары менән танышыу мөмкин буласаҡ.. Инвестиция проектының дөйөм суммаһы  6,3 миллион һум, ете эш урыны булдырыу күҙаллана. Ул,  модулле конструкциянан торасаҡ, дизайны һәм эске биҙәлеше башҡорт тирмәһен хәтерләтәсәк.

     Йылайыр районында Һаҡмар йылғаһы буйындағы  инвестиция майҙансығы, инвесторға пляж, мангаль зонаһы менән ял итеү базаһын төҙөү һәм уңайлы ял итеү өсөн башҡа төрлө күңел асыу сараларын ойошторорға мөмкинлек  бирәсәк. Инвестиция проекты суммаһы  6,3 миллион һум самаһы,  ете эш урыны булдырыу ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас