Иҡтисад
5 Ноября 2021, 09:55

Юл буйы кафелары һаны артасаҡ

Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуар Белорет ҡалаһына ингән урында юл буйы кафеһы төҙөү проекты менән таныштырҙы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуар

 Белорет ҡалаһына ингән урында юл буйы кафеһы төҙөү проекты менән таныштырҙы.

Проекттың маҡсаты – ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын булдырыу. Киләсәктә инвестор ҡунаҡ йорттары һәм сувенир менән сауҙа итеүсе  мини-магазин да төҙөмәксе.

Эшҡыуарҙың был өлкәлә тәжрибәһе етәрлек, уның быға тиклем төҙөгән юл буйы кафеһы уңышлы эшмәкәрлек итә.

Инвестор ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн, ер участкаһы бүлеүҙә һәм унда инженер коммуникацияларын уҙғарыуҙа ярҙам һораны. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта инициатива менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, проектты еренә еткереп эшләргә һәм ҡала стилендә визуалләштерергә ҡушты.

Эшҡыуар проектын уңышлы яҡлағанда, уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә ярҙам күрһәтеләсәк. республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас