Иҡтисад
8 Ноября 2021, 03:55

Хәләл ризыҡ ниндәй булырға тейеш?

11 ноябрҙә Өфөлә аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә хәләл продукция етештереү перспективаларына арналған вебинар үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Хәләл-индустрия мосолмандарға ғына ҡағыла тип аңларға ярамай, — ти тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева. — Хәләл ризыҡ етештереү һәм уны әүҙем экспортлау республика иҡтисадының өҫтөнлөклө йүнәлеше һанала. Бөгөнгө хәләл продукция — ул аҙыҡ-түлектән башлап, көнкүреш химияһы, косметика тауарҙары, хатта кейем етештереү ул.

Вебинарҙа түбәндәге һорауҙар ҡараласаҡ:

Рәсәйҙә һәм сит илдә хәләл-индустрия;

Рәсәйҙә ниндәй хәләл продукция сығарыла;

Хәләл ризыҡты ялған маркировкалау;

Экспорт потенциалын үҫтереү;

Элекке совет республикаларына хәләл продукцияны экспортлау һ.б.

Вебинарҙа ҡатнашыу өсөн zarina.zinnurova@yandex.ru  электрон почтаһына инеп заявка ҡалдырырға кәрәк.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас