Иҡтисад
10 Ноября 2021, 04:30

2024 йылға республикала 50 индустрия паркы төҙөләсәк

Беҙҙең районда мәрмәрташ эшкәртеү буйынса индустрия паркы буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда 2024 йылға 50 индустриаль парк булдырылырға тейеш. Әле республикала 11 индустриаль парк һәм 18 технопарк теркәлгән. Унда 26,6 мең эш урыны булдырылған, уларҙың дөйөм инвестициялар күләме 44 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. "Беҙ инфраструктура объекттарын яңыртыу һәм реконструкциялау йәһәтенән идара итеүсе технопарктар компанияһын субсидияларға ниәтләйбеҙ", - тип билдәләне хөкүмәт ултырышында Премьер - министр Андрей Назаров.

Әлеге ваҡытта "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә өс парк ("Агротехнологиялар үҙәге", "Өфө", "Түбәнге Новгород") төҙөлөшө тамамлана. Федераль бюджеттан күрһәтелгән парктарға республика 755,6 миллион һум йәлеп иткән. Был 3 меңгә яҡын эш урыны булдырырға, 20-нән ашыу яңы резидент урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас