Киләһе йылда юл хужалығына сығымдар 24,8 миллиард һум күләмендә планлаштырылған (2023 йылда - 24,5 миллиард һум, 2024 - 24,6 миллиард һум). Былтыр Юл фонды күләме 24,3 миллиард һум тәшкил иткән. Республика адреслы инвестиция программаһын финанслау күләме 23,4 миллиард һум тәшкил итә (2023 - 20 миллиард һум, 2024 - 25,1 миллиард һум). 2020 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы объекттарына 20,6 миллиард һум бүленде. 2022 йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен финанслау 11,5 миллиард һум күләмендә билдәләнгән. 2022 йылда 200-ҙән ашыу ихата төҙөкләндереләсәк, 250 подъезды һәм 28 ҡыйыҡты йүнәтеү ҡаралған, күп фатирлы йорттарҙа 256 лифт алмаштырылған. Өс йыл дауамында 409 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Ауыл хужалығы өлкәһенә 2022 йылда 6,6 миллиард һум (2023 йылда һәм 2024- 5,4 миллиард һум) бүленә. Агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү өсөн өҫтәмә саралар бүленәсәк.