Иҡтисад
11 Ноября 2021, 07:08

Сәнәғәт етештереү индексы үҫә

Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы  уҙған йылдың ошо  осоро менән сағыштырғанда 104,5 процент тәшкил итә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

  Республиканың  сәнәғәт эшкәртеү өлөшө индексы 106,4 процентҡа еткән, электр энергияһы, газ менән тәьмин итеү өлкәһендә  107 процент, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм үтилләштереүҙе ойоштороу  127,1 процент булған. Шул уҡ ваҡытта,  иң ҙур үҫеш ҡағыҙ һәм ҡағыҙ әйберҙәр етештереүҙә булған  йәки  222,4 процент һәм медицина өсөн дарыуҙар һәм материалдар етештереүҙә 217,7 процент булған. Киреһенсә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә күрһәткестәр кәмегән -  89,6 процент.

     Уҙған йылдың ғинуар-сентябрь айҙары менән сағыштырғанда Башҡортостанда башҡа әҙер изделиелар етештереү, компьютер, электрон һәм оптик изделиелар етештереү күрһәткестәре кәмегән, ярашлы рәүештә 64,7 һәм 76,9 процент тәшкил итә.

     Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округы буйынса сәнәғәт етештереү индексы 106 процент булған. Иң ҙур үҫеш Ульяновск өлкәһендә билдәләнә - 124,8 процент, Түбәнге Новгород өлкәһендә - 114,2 процент, Һарытау өлкәһендә - 113,8 процент, Киров өлкәһендә - 107,9 процент һәм Мордовияла - 106,5 процент.

     Волга буйы федераль округының туғыҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, индекстың әһәмиәте уртасанан кәм. Мәҫәлән, Татарстанда сәнәғәт етештереү индексы - 105,2 процент, Пенза өлкәһендә - 105 процент, Һамар өлкәһендә - 104,7 процент, Башҡортостанда - 104,5 процент, Ырымбур өлкәһендә - 104,2 процент, Пермь крайында - 103,8 процент, Удмуртияла - 101,4 процент, Мари республикаһында  һәм Сыуашстанда - 100,7 процент тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас