Башҡортостанда "Урал урманы" компанияһы 5 миллиард һумға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған "Инвестиция сәғәте" ултырышында тәҡдим итте.
"Инвестиция сәғәте" ндә ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән тәүге проект Өфө фанера комбинаты майҙансығында ҙур форматлы фанера эшләү комплексын төҙөү. Унда йылына 80 мең кубометрға тиклем продукция сығарыласаҡ. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме - 3,5 миллиард һум.
Икенсе башланғыс - Нефтекама ҡала округына ингән Әмзә ҡасабаһында ағас бысыу, таҡта ярыу производствоһын ойоштороу. Был проектҡа яҡынса 1,6 миллиард һум аҡса һалынасаҡ һәм 250 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бынан тыш, инвестор сеймал базаһын булдырыу өсөн үҫенте үрсетеү буйынса ике питомник асырға ниәтләй.
"Инвестиция сәғәте" ндә ҡатнашыусылар проекттарға өҫтөнлөклө статус биреүҙе хупланы. Инвесторға шулай уҡ ағас әҙерләү техникаһы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялайҙар.