

Республика бюджетынан быйыл эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн өҫтәмә рәүештә 230 миллион һум бүленгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Аҡса экспорт менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙамға йүнәлтелде. Бынан тыш, сәнәғәттә мәшғүл эшҡыуарҙар финанс ярҙамы алды.
"Саралар төбәккә яңы инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк һәм Башҡортостандың Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында позицияһын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк", - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.
Бөгөн Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа һәм сәнәғәткә ярҙам итеү сараларының киң спектры эшләй.
Мәҫәлән, 2021 йылда был маҡсатта, үрҙә әйтелгән өҫтәмә сараларҙы иҫәпкә алып, төбәк бюджетында 2,5 миллиард һум самаһы ҡаралған.