

Ул Һаҡлыҡ банкыһының сервис инже-неры булып 2013 йылдан эшләй. Риза Йәмил улы банк офисындағы компьютерҙарҙы, терминал-банко-маттарҙы техник яҡтан хеҙмәтләндерә, төҙөклөгөн ҡарай.
Атауҙы егете Сибай институтының ғәмәли математика һәм информатика факультетында белем алған.
— Бәләкәйҙән спортты яраттым, хоккей командаһында уйнаным, йүгерҙем. Шуға физкультура буйынса уҡырға хыялланғайным. Унда йөҙөү буйынса имтиханға һуңланым һәм төшөп ҡалдым. Ә математика факультетына райондан маҡсатлы квота ла алғайным, шунда индем, — ти Риза.
Мәктәптә уҡығанда информатика дәрестәрендә тәүге компьютерҙарҙың ҡоролошон яҡшы белгән, әллә нисә һүтеп-йыйған башлы егеткә ҡатмарлы факультетта уҡыу ҡыйын булмай. Студенттар ҙа компьютер-ноутбуктарын унан йүнәттереп ала. Шуға уҡыу йылдарында уҡ оҫтарып, заман техникаһын биш бармағындай белә.
Диплом алғас, Риза әрме хеҙмәтенә китә. Ҡайтҡас, 2012 йылда ғаилә ҡора. Кәләше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Спорт менән әле лә дуҫ, балаларында ла һөйөү тәрбиәләй. Икенсе класта уҡыған Рәзил — бокс, балалар баҡсаһына йөрөгән Алһыу каратэ менән шөғөлләнә. Тормошонан да, эшенән дә ҡәнәғәт Риза Йәмил улы, киләсәккә пландары ла ҙур.
— Һайлаған һөнәрем оҡшай, график та уңайлы, сөнки заявкалар буйынса эш итәм. Буш булһам, башҡа ойошмаларҙың компьютерҙарын ҡарайым. Магнитогорск ҡалаһының банкылары менән дә хеҙмәттәшлек итәм, — ти Риза. — Һүтеү, яңынан ҡороп, ватылғандарына йән өрөү күңелемә ята.