Өс көн дауамында 35-тән ашыу эшлекле формат, 90 экспонент, хеҙмәттәшлек тураһында 40 килешеү төҙөү, «Белем» студияһында лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Форум эшендә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Уның пленар ултырыш эшендә ҡатнашыуы көтөлә. Республика етәксеһе «Рәсәй автомобиль юлдары» компаниялар төркөмө идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко һәм «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте идараһы рәйесе – генераль директоры Олег Белозеров менән эшлекле осрашыуҙар үткәрергә ниәтләй.
Быйыл төп тема — «Рәсәй транспорты-2035. Стратегиянан — бойомға ашырыуға». Төп эшлекле сессияла власть һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре яңыртылған Транспорт стратегияһын ғәмәлгә ашырыу принциптарын, берҙәм терәк транспорт селтәрен, шулай уҡ 2035 йылға технологик яңылыҡтарҙы тикшерә.
Фото Башинформдан.