16 ноябрҙә Мәскәүҙә XV Халыҡ-ара форум һәм "Рәсәй транспорты" күргәҙмәһе - Транспорт аҙналығының төп саралары эшләй башланы. Форум эшендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша, уны республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй.
"Атап әйткәндә, Рәсәй тимер юлдары етәксеһе Олег Валентинович Белозеров менән осрашыу планлаштырылған. Беҙ эҙмә-эҙлекле тикшереүҙе дауам итәбеҙ һәм Өфө тимер юл ҡулсаһы төҙөргә, уны пассажирҙар өсөн уңайлы итергә теләйбеҙ. Проекттың техник-иҡтисади нигеҙен Куйбышев тимер юлы менән берлектә эшләнек. Артабан "Орлан" проектының ни тиклем уңышлы булыуын белдерәм. Ул ысынлап та уңышлы. Был маршрут Өфө - Күмертау һәм Күмертау - Өфө ҡалалары араыһнда булһа, хәҙер беҙ уны Ырымбурға тиклем оҙайттыҡ. Уны үҫтереү буйынса артабанғы пландар ҙа бар. Беҙ башҡа поездарҙы Приют ҡасабаһына һәм Белоретҡа тиклем ойоштороу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шуға күрә был йүнәлештә лә фекер алышабыҙ. Осрашыуҙың икенсе өлөшө - "М-12" мәсьәләһе. Был Рәсәй Президентының Мәскәү - Екатеринбург араһында юғары тиҙлекле трасса төҙөү бурысы ҡуйыуы барыһына ла билдәле. Ул республикабыҙ аша үтәсәк, Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарына ҡағыласаҡ. Юл 140 километр самаһы, унда ойоштороу һәм техник мәсьәләләр бик күп. Был темаға ла кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Бөгөн "Росавтодором" менән фекер алышырға теләнем - был беҙҙең "М-5" трассаһы. Был мәсьәлә Иглин ауылынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем барған 4 һыҙатҡа тиклем тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә ", - тип билдәләне Радий Хәбиров.