Иҡтисад
17 Ноября 2021, 04:55

Милли проект сиктәрендә субсидия аласаҡтар

Башҡортостан предприятиелары "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты ярҙамында үҫешәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли проект сиктәрендә субсидия аласаҡтарМилли проект сиктәрендә субсидия аласаҡтар
Милли проект сиктәрендә субсидия аласаҡтар

Башҡортостан Республикаһының "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы предприятиелар етештереүҙе яңыртыуға һәм киңәйтеүгә субсидия алыуға ғариза бирә ала. Түләү биреү тәртибе тураһындағы ҡарар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тарафынан раҫланған.

Субсидия биреүҙең маҡсаты - предприятиеларға ҡорамалдар һатып алыу, производствоны яңыртыу һәм киңәйтеүгә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу. Был предприятиеларға оҙатылған продукция күләмен арттырырға ярҙам итер тип күҙаллана. Субсидия күләме дөйөм сумманан 30 проценттан ашыу, әммә 5 миллион һумдан артмай, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Субсидия алыу өсөн предприятиеға билдәле талаптарға тап килергә кәрәк, улар араһында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыу, производство системаһы яйланған булыуы, яңы ҡорамалдарҙы һатып алыуға сығымдарҙы раҫлау зарур. Субсидия биреү өсөн кәрәкле күрһәткестәр - эш хаҡы кимәлен һаҡлау, эш урындары булдырыу, субсидиялар алғандан һуң кәмендә 3 йыл эшмәкәрлек алып барыу.

Заявкалар 14 декабргә тиклем Өфө, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ҡабул итә. 

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса координатор һәм яуаплы башҡарыусы булып БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сығыш яһай. 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас