Иҡтисад
18 Ноября 2021, 09:19

Янғын һүндереү вертолеты һынау үтте

Күмертауҙа янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән, алдынғы  технологиялар ҡулланып йыйылған  Ка-32А11М вертолетының тәжрибә өлгөһө һынау  үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Вертолеттың  төп көс агрегаты булып Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелгән яңы двигателдәр тора. Был  осоу аппараты алдағы өлгөләренән айырмалы,  заманса радиоэлектрон ҡорамалдар һәм СП-32 янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылған. Был система  60 секунд эсендә автоматик рәүештә 4 тонна һыу йыйырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, вертолетты ҡышҡыһын да файҙаланырға мөмкин, сөнки уның  янғынға тейешле һыу һаҡлау багында электр йылытыу  ҡоролмаһы  бар.

"Ростех" дәүләт корпорацияһының "Вертолеттар" холдингы етәкселегенә беҙҙең Күмертау авиация етештереү предприятиеһын банкрот хәлдән сығарыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, ҙур тәжрибәгә эйә булған коллективты һаҡлап ҡалдыҡ һәм яңы етештереү линияларын астыҡ. Ә хәҙер продукция төрлөлөгөн киңәйтәбеҙ ҙә инде. Әйтергә кәрәк, Ка-32А11М-ды беҙ генә көтмәйбеҙ, уға Рәсәйҙең бер нисә төбәгенән һәм сит илдән заказдар килгән дә инде,  тип белдерҙе  Башҡортостан Башлыҡы  Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас