Иҡтисад
18 Ноября 2021, 07:37

Заманса яҡтыртыу сығанаҡтарына күсә

"Башнефть" компанияһы яҡын арала тулыһынса энергия һаҡлаусы лампаларға күсеүҙе планлаштыра. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

"Башнефть" акционерҙар компанияһы предприятиелары заманса, һаҡсыл  яҡтылыҡ сығанаҡтарына күсеү иҫәбенә энергия һаҡлау һөҙөмтәлелеге кимәлен арттырыуын дауам итә. Иҫкергән яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу арҡаһында электр энергияһын ҡулланыуҙы кәметергә һәм яҡтыртыу системаларын хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә, тип билдәләйҙәр компанияла.

      Башҡортостан нефтселәре әкренләп терегөмөшлө лампанан баш тарта, сөнки улар сафтан сыҡҡандан һуң, иҫкергән етештереү технологияһы арҡаһында махсус утилләштереү талап итә.

Бөгөнгө көндә "Өфөоргсинтез" майҙансығында автоматик режимда эшләгән яҡтыртҡыстар селтәре тулыһынса алмаштырылған. Ошо үҙгәрештәр арҡаһында предприятиела энергия ҡулланыуҙы өс тапҡырҙан ашыуға кәметеүгә өлгәшкәндәр - таҙа файҙа йылына 3,4 миллион киловатт-сәғәт тәшкил итә.

     Компанияның башҡа бүлендек йәмғиәттәрендә лә яҡтыртыу системаларын ҡайтанан йыһазландырыу бара. Мәҫәлән, "Башнефть-Добыча" етештереү майҙансыҡтарында яҡтыртҡыстарҙың яҡынса 70 проценты һәм офис биналарында 65 проценты заманса светодиодлы лампаларға алмаштырылған.

     Был предприятиеның да барлыҡ етештереү  майҙансыҡтарында һәм офис биналарында энергияны һаҡлаусы лампаларға тулыһынса күсеү планлаштырыла. Ә, бит компанияның офистарында ғына 47 меңдән ашыу яҡтыртҡыс эшләй. Уларҙы тулыһынса алмаштырғандан һуң,  иҫке терегөмөшлө лампаларҙы утилләштереүгә киткән сығымды ла иҫәпкә алып, йылына 20 миллион һум аҡса эргәлә ҡаласаҡ, тип һанай компания етәкселеге.  

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас