Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы бөгөн Волга яны федераль округы субъекттары араһында – 3-сө, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 11-се урынды биләй.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 2021 йылдың 10 ноябренә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 124,4 мең берәмек тәшкил итә. Был үткән йылдың ошо ваҡытына ҡарағанда 3,2 мең берәмеккә артығыраҡ, тип белдерә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.