Иҡтисад
22 Ноября 2021, 04:20

Алыҫ Көнсығышта пенопласт эшкәртеү заводы сафҡа инә

Республиканы хеҙмәтләндереүсе төбәк операторы әлегә сүп-сарҙы бер урынға йыйыу менән генә шөғөлләнһә, Алыҫ Көнсығышта оҙаҡ серемәүсе ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заводты сафҡа индерергә уйлайҙар.

«Экология» милли проекты Хабаровск крайында берҙән-бер булған предприятиены асыуға булышлыҡ итте. Ул тирә-яҡ мөхиткә айырыуса хәүеф менән янаған пенопласт ҡалдыҡтарын эшкәртә. Заводта полимерҙарҙы йыйып, полистирол ҡатламалар яһаясаҡтар. Был технология уларҙы артабан төҙөлөш материалы булараҡ файҙаланырға юл аса. Предприятиела япон ҡорамалдары ҡуйылған, ҡеүәтле редуктор бер нисә минут эсендә биш килограмға хәтлем полистирол ҡатнашма эшләп сығара.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас