Иҡтисад
22 Ноября 2021, 03:35

Оҫталар өсөн акселератор

Был тағы ниндәй яңы һүҙ икән, тип аптырамағыҙ. Ҡул эштәре менән булышыусы һөнәрселәргә онлайн рәүештә бизнес алып барырға өйрәтеү платформаһы ул.

«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә тәүге бушлай онлайн-акселератор тап Башҡортостанда ғәмәлгә ашырыла. Үҙ ҡулдары менән уникаль тауарҙар етештереүселәр, сувенир яһаусылар, рәссамдар һәм башҡа алтын ҡуллы яҡташтар ошо акселераторҙа теркәлеп, бизнес алып барырға өйрәнәсәк, үҙҙәренә яраҡлы проекттарҙы үҙләштерәсәк, тауарҙарын баҙарға сығарыу алымдарына төшөнәсәк.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас