Иҡтисад
25 Ноября 2021, 12:47

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше арта

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында 3,4 миллиард доллар тәшкил иткән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был 2020 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 28 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме 2,7 миллиард долларға еткән, был уҙған йылға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә күберәк. Импорт 0,7 миллиард доллар тәшкил иткән йәки 41,5 процентҡа күберәк.

     2021 йылдың туғыҙ айында Башҡортостандың сеймал булмаған энергетика тауарҙары экспорты күләме 1,8 миллиард доллар  кимәленә теркәлгән, был уҙған йылдың ғинуар-сентябрь кимәленән 43 процентҡа юғары. Сеймал һәм энергетика булмаған экспорт өлөшө республика экспортының дөйөм күләменең  68,1 процентын тәшкил итә.

      Башҡортостан Хөкүмәте  “Экспорт” милли проектына ярашлы сеймал булмаған тауарҙарҙы экспортлауҙы арттырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Экспортҡа эшләүсе предприятиелары өсөн финанс ярҙамы күрһәтеү айырыуса отошло. Атап әйткәндә, логистик сығымдарҙы ҡаплауға һәм халыҡ-ара сертификациялауға субсидиялар бирелә. Быйыл ғына төбәк бюджетынан  был маҡсатта 120 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта "Тиҙ экспорт ярҙамы" проекты буйынса 34 муниципалитетта, 179 компанияға консультация ярҙамы күрһәтелгән.

      Рәсәй төбәктәре рейтингында Башҡортостан экспорт буйынса 25-се урынды биләй. Республика экспортының нигеҙен алты төп тауар төркөмө: минераль продукттар, химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, машина эшләү продукцияһы, аҙыҡ-түлек, ағас һәм целлюлоза ҡағыҙ изделиелары, металл һәм уларҙан эшләнгән изделиелар тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас