Иҡтисад
30 Ноября 2021, 12:20

Башҡортостан продукцияһы экспортҡа оҙатыла

 «Буздякский» сауҙа маркаһы менән Ҡаҙағстанға 20 тонна консервация оҙатыласаҡ.

 «Буздякский» сауҙа маркаһы менән Ҡаҙағстанға 20 тонна консервация оҙатыласаҡ.

Былар беҙгә күптән билдәле соустар, кетчуптар, томат пасталары, майонездар, һуттар... Был тәмле һәм сифатлы продукцияны Ҡаҙағстан халҡы ла тәмләй аласаҡ.

 Был хаҡта FoodExpo Qazaqstan 2021 Халыҡ-ара күргәҙмәлә килешеү төҙөлгән, унда «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты «Пищепром» АЙ-һы ҡатнашҡайны. Предприятие Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан 50 меңдән ашыу сауҙа нөктәләрен үҙенең продукцияһы менән тәьмин итә. Ҡаҙағстанға иһә предприятие етештергән изделиеларҙың төп  ассортименты оҙатыласаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас