

Хәҙер Рәсәй халҡы ла үҙебеҙҙең диван-карауаттарҙы һатып алыуҙы хуп күрә, улар оҙағыраҡ хеҙмәт итә ти. Ә милли проект Рәсәй продукцияһын осһоҙораҡ хаҡҡа һатырға ла булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, Ульяновск ҡалаһындағы иң ҙур мебель заводында милли проекттың өсөнсө этабын тормошҡа ашырыу тамамлана. Был линия мөйөшкә ултыртыусы киң дивандар яһау буйынса ҡуйыласаҡ. Ошо уҡ милли проект Марий Элдә һыуытҡыс витриналары заводын киңәйтеүҙә файҙаланыла. Әйткәндәй, цехта яңы эш урындары ла буласаҡ.