Законға ярашлы, ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр яңы өй һатып алыу йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн иҫке йортон һатҡан осраҡта, был килем өсөн милек һалымы түләмәйәсәк. Был аҡса ҙурыраҡ торлаҡ алыу йәки фатирҙы киңәйтеү өсөн генә тотонолорға тейеш. Балалар бәлиғ булмағанлығы ла мөһим. Һәм һатып ебәрелгән торлаҡтан алынған килем 50 миллион һумдан артмауы шарт.
Закон 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.