Иҡтисад
2 Декабря 2021, 13:10

Дәүләкәндә эко-сыр етештерелә

Юғары сифатлы ризыҡ республиканың сауҙа нөктәләренә сығарыла. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Бер йыл элек Дәүләкән районында "Рублевка Эко" кооперативы үҙ продукцияһын сығара башлағайны. 8 кеше бергәләп Рублевка ауылында элекке мәктәп бинаһын һатып алып, 250 квадрат метр майҙанда ремонт яһаған, Италия һәм Германия ҡорамалдары һатып алғандар. Ә быйылғы апрелдә иһә цех “Баба Яга” бренды аҫтында тәүге продукцияһын бирҙе.
Бында хәҙер кәзә һәм һыйыр һөтөнән тиҫтә ярым төрлө сыр етештерелә. Кооператив белгестәре кәзә һөтен "Заанен" һәм "Альп" тоҡомлы кәзәләрҙән ала, сөнки уларҙың һөтө  сыр етештереү өсөн иң яҡшыһы, тәмле һәм ҡуйы.
Республиканың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Рублевка Эко” ауыл хужалығы кооперативы производствоны артабан үҫтереүҙе планлаштыра. Был маҡсатта быйыл матди-техник базаны үҫтереүгә 1,5 миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәшкән.
Бынан тыш, 2020 һәм 2021 йылдарҙа, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам” милли проекты сиктәрендә кооператив 1,7 миллион һум субсидия алған.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас