Иҡтисад
4 Декабря 2021, 03:00

“Экспорт форсажы” - һөҙөмтә күрһәтә

Программа Башҡортостандағы нефть һәм газ секторы предприятиеларының экспорт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Республикала “Нефть һәм газ тармағы (ҡорамалдар һәм хеҙмәттәр)” йүнәлеше буйынса “Экспорт форсажы” акселерация программаһының эше дауам итә. Программа Башҡортостандағы нефть һәм газ секторы предприятиеларының экспорт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итә.

– “Экспорт форсажы” һөҙөмтәлелелен күрһәтә. Экспорт йүнәлешендәге яңы ойошмаларҙы эҙләү һәм уларҙы тышҡы баҙарға сығарыу – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының, Республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең төп бурыстарының береһе, – тине министр Маргарита Болычева.

Программала ҡатнашҡан предприятиелар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” һәм “Күргәҙмәләрҙә һөҙөмтәле ҡатнашыу” йүнәлештәре буйынса белемен камиллаштырҙы.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53892

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53892

 

Автор:
Читайте нас