+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2021, 08:30

Сит ил вәкилдәре беҙҙең продукция менән ҡыҙыҡһына

Республика предприятиелары 16-сы UzAgroExpo 2021 халыҡ ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашты. #национальныепроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Сит ил вәкилдәре беҙҙең продукция менән ҡыҙыҡһына
Сит ил вәкилдәре беҙҙең продукция менән ҡыҙыҡһына

Республика предприятиелары 16-сы UzAgroExpo 2021 халыҡ ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашты.

UzAgroExpo күргәҙмәһе Үзбәкстандың ҙур ауыл хужалығы сараһы булып тора. Төрлө илдәрҙән килгән предприятие вәкилдәре үҙҙәре сығарған һәм етештергән продукция күрһәтелгән стендтар ҡуйған. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы экспозицияһы айырым урын биләп тора.  

Өс көн эсендә республика компаниялары Үзбәкстан, Афғанстан, Иран, Германия, Ҡаҙағстан, Төркиә, Паҡстан, Төркмәнстан вәкилдәре менән осрашты. Сит ил предприятиелары айырыуса бал, бойҙай, яҫы борсаҡ, фитосәй, үләндәрҙән әҙерләнгән бәлзәм һәм башҡа продукция  менән ҡыҙыҡһынды, тип хәбәр итә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте..

Эшҡыуарҙарҙың халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуы буйынса “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Экспортҡа булышыу үҙәге” хеҙмәт күрһәтә.

Фото –   БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: