Иҡтисад
9 Декабря 2021, 09:50

Башҡортостанда бәләкәй бизнес финанс ярҙам аласаҡ

Ташламалы  кредит алыуға йәки ғәмәлдә булғанының ставкаһын кәметеүгә иҫәп тотҡан  28 үтә зыян күргән тармаҡтың исемлеге аныҡланды. #национальныепроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Улар өсөн кредит ставкаһы  йылына 8,5 проценттан юғары булмаҫҡа тейеш. Ташламалы кредит алыу өсөн был эшҡыуарҙар 30 декабргә тиклем,  бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына кредит биреүҙе дәртләндереү программаһы буйынса эшләүсе банктарҙың береһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.  Исемлеккә ингән тармаҡтар булып ҡунаҡханалар, дөйөм туҡланыу, бөҙрәханалар һәм матурлыҡ салондары, химик таҙартыу, стоматология, кинотеатрҙар, шифахана-курорт ойошмалары, музейҙар, зоопарктар тора. Бынан тыш ярҙамды  туризм, сәнғәт һәм күңел асыу, спорт һәм фитнес, өҫтәмә белем биреү, балаларҙы ҡарау, конференциялар һәм күргәҙмәләр ойоштороу, ваҡ көнкүреш техникаһын ремонтлау  өлкәһендә эшләүселәр алыуы мөмкин. Шулай уҡ, исемлеккә аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар менән ваҡлап сауҙа итеүҙең бер нисә төрө, автовокзалдар һәм автостанциялар, пассажирҙар һәм автойөк ташыу буйынса предприятиелар ингән. Кредитлау «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам» милли проекты сиктәрендә төрлө маҡсаттарҙа, шул иҫәптән булған кредиттарҙы түбәнерәк ставкаһы буйынса рефинанслау мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта, бизнесҡа ташламалы  кредит алыуға  уның башҡа, алдағы программалар сиктәрендә ссуда бурысы булыуы,  был төр  финанс  алыуға ҡаршылыҡ була алмай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас