Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланған юлдар селтәре арта бара, айырыуса ауыл юлдарының йылдан-йыл яҡшырыуы ҡыуаныслы күренеш
Ауыл һәм ҡасабалар тирәһендәге юлдарҙы ремонтлау илдең барлыҡ төбәктәре өсөн уртаҡ проблема булып тора. “Күп кенә район үҙәктәренә яҡынлашыу юлдары, ауыл урамдары тиҫтәләрсә йыл буйы ремонт күрмәне, сөнки урындағы ҡаҙналарҙың бындай мөмкинлеге юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта юл-транспорт селтәренең ниндәй булыуы был ауыл һәм ҡасабалар халҡының тормош кимәленә, тотош райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Юл белгестәре коммуникацияларҙы үҙгәртеп һалыу, һыуҙы юл аша үткәреү торбалары урынлаштырыу, ер ҡатламын күтәреү, термопластиктан юл һыҙаттары түшәү, барьер ҡоролмалары һәм бағаналар ултыртыу, автобус туҡталышын булдырыу буйынса ҙур эш башҡарған.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылға 167 объектта эш планлаштырылған: уларҙың 32-һе Өфө агломерацияһына һәм 36-һы Стәрлетамаҡ районына тура килә, бынан тыш, 99 объект республика һәм муниципаль-ара әһәмиәтле юлдарҙа төҙөләсәк. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 172 километр тәшкил итә.