Башҡортостанда тағы ике предприятие «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына ҡушылды, улар – «Бөрө һөт продукттары комбинаты» һәм «Капман» йәмғиәттәре. Шулай итеп ҡатнашыусылар һаны 123-кә етте.
- Проектта ҡатнашыу предприятиеларға үҙ эштәренә эксперттар күҙлегенән ҡарарға, юғалтыуҙарҙы бөтөрөргә, эш процестарын оптималләштерергә, яңы баҙарҙарға сығырға мөмкинлек бирә. Һаҡсыл етештереүсәнлек инструменттарын индереү продукцияның хаҡын кәметергә, предприятиеның көнәркәшлеккә һәләтлелеген һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияларын арттырырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта эшселәрҙе уҡытыуға һәм һаҡсыл етештереүсәнлек проекттарын индереүгә бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә дәүләт ала, - ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://economy.bashkortostan.ru/