Белорет районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәлә алкоголһеҙ газлы эсемлектәр етештереү проекты тикшерелгән.
Эшҡыуар башта кеүәҫ, һуңыраҡ лимонад сығарыу буйынса предприятие асырға ниәтләй. Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, 15 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Әле производствоны урынлаштырыу өсөн 470 квадрат метрлыҡ бина һайланған, ҡуртым килешеүе төҙөлгән. Проекттың инициаторы етештереү ҡорамалдарының бер өлөшөн һатып алған, баҙарға анализ яһап, бизнес-план төҙөгән, “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индереү өсөн ғариза бирергә документ әҙерләй.
Фото: pobeda26.ru