Иҡтисад
15 Декабря 2021, 04:50

"Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" үтә

Эшлекле программа тотош иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға арналған.

«Халыҡ-ара бизнес аҙналығы - 2021» форумының эш программаһында бер нисә тематик көн ҡаралған.

Мәҫәлән, бөгөн Өфөлә «Кибердром Башҡортостан» төбәк инженер-конструктор конкурсы, «Өфө» индустриаль паркын асыу тантанаһы һәм «Инвестиция сәғәте» форматында Башҡортостан Республикаһы инвестиция комитетының юбилей ултырышы, шулай уҡ «ТЭФИ-Капитал» премияһын тапшырыу һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары-2021» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Форум онлайн һәм офлайн форматында уҙғарыла. Ул төбәк һәм федераль власть вәкилдәрен, төрлө илдәрҙән эксперттарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы берләштерә, Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләрен йыйыу һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең яңы механизмдарын әҙерләү майҙансығына әүерелә. Эшлекле программа тотош иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығына арналған.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас