Унда Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының, республиканың ресурстарын файҙаланып, эшҡыуарҙарға финанс ярҙамын үҫтереү яҙылған, тармаҡ принцибы ла, адреслыҡ та иҫәпкә алынасаҡ. Был хаҡта матбуғат конференцияһында Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә үткән бизнес-берләшмә менән осрашыуҙан һуң белдерҙе. «Бөгөн Башҡортостандан коллегаларыбыҙ менән бергә сауҙа селтәрҙәренә фермерҙарҙы йәлеп итеү буйынса яңы эксперимент башлайбыҙ. Фермерҙар льготалы ставкалар буйынса, төбәктә билдәләнгән ҡағиҙәләр буйынса үҙ продукцияһы менән сауҙа итә алһын өсөн ритейлерҙар менән һөйләшеп килештек. Башҡортостан менән башҡа йүнәлештәр буйынса ла әүҙем эшләйәсәкбеҙ, беҙҙе республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса өлгөләре ҡыҙыҡһындыра», - тине Александр Исаевич.