Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә уҙған сарала экспортҡа финанс ярҙам, электрон сауҙа каналы аша һатыу һәм юғары технологиялар экспортын ҡулланыу ҡоралдары буйынса саралар планлаштырылғайны. “Эспорт форумы”ның пленар сессияларында, фекер алышыуҙарҙа спикерҙар һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса йәмәғәт-эксперт советының сығыштары ҡаралғайны.
Ҡатнашыусылар Рәсәйҙең сеймал булмаған энергетик ҡарамаған экспортының ковидтан һуң киләсәге, уның төбәктең иҡтисад үҫешенә йоғонтоһо, экспортты электрон сауҙа каналы буйынса үҫтереү, инфраструктура проекттарында һәм логистика киңлектәрен киңәйтеүҙә ярҙам итеү кеүек мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Шулай уҡ Сербия, Төркиә, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сәғүд Ғәрәбстаны, Африка, Европа һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә экспортты үҫтереү киләсәге, “йәшел” тауар етештереү тәжрибәһе һәм Рәсәй экспортсылары хоҡуғын яҡлау кеүек мәсьәләләр ҡаралды.