Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостандың Төркиә менән бизнес-диалогы форумдың икенсе көнөнөң төп темаларының береһе булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда төрөк капиталы ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу предприятие эшләй. Был осрашыуҙа бизнес мәсьәләләрен БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Төркиә Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын яҡлау һәм үҫтереү буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Реджеп Калынч һәм башҡалар тикшерҙе. Әйткәндәй, Төркиә 2020 йылда Рәсәйҙең тышҡы сауҙа партнерҙары араһында етенсе урынды алды һәм быйыл да үҙ позицияһын нығытырға ынтылды.
Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса ла сессия ҡыҙыҡлы. Улар сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе. Бынан тыш, форумда донъяла интернет-сауҙа мөмкинлектәре, Рәсәй продукцияһын сит ил онлайн-баҙарында урынлаштырыу һәм киң таратыу тураһында темалар күтәрелде.