Эшҡыуар Кемаль Низиплиоглу Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнаша. Ул нефть сәнәғәте өсөн поливинилхлоридтан торбалар етештереүсе компания вәкиле. Сит ил ҡунағы «Башҡортостан панорамаһы» өсөн блиц-интервью бирҙе.
- Башҡортостанда һеҙҙең өсөн нимә ҡыҙыҡлы?
- Бында инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Беҙҙең Башҡортостанға инвестиция һалыу уйы бар. Беҙ һеҙҙә үҙ производствобыҙҙы ойошторорға теләр инек.
- Республика халҡы, милли аш-һыу нисек? Оҡшанымы?
- Һеҙҙә бик ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Ризыҡтарығыҙ тәмле. Ит һәм картуфлы ашамлыҡ бик оҡшаны. Тик атамаһын белмәйем.
- Тағы ла киләһегеҙме?
- Әлбиттә!