Гөлсәсәк һәм Илшат Дәүләтҡоловтар, кәрәкле ҡорамалдар алып, бизнесын үҫтерергә теләй. Аҡъярҙағы “Ҡамыр батыр” икмәкханаһы бешергән ризыҡтар ҙур һорау менән файҙалана.
Зилә Солтанова “Тандыр-Хан” икмәкханаһында шулай уҡ икмәк-булка ризығы бешерергә йыйына. Үҙ аҡсаһына сеймал менән ҡорамалдар алған һәм сығымдарының бер өлөшөн кире ҡайтарырға ниәтләй.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.