-Пандемия осоронда Башҡортостан иҡтисади өлкәлә, атап әйткәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өлгәшкән һөҙөмтәләргә хайран ҡалдым. Был аҙналағы форум бизнесҡа ярҙам итеү процесы барғанын, ул аныҡ эштәр менән тулыланғанын дәлилләй. Форум артабанғы үҫеште күҙ уңында тотҡан нөктәләрҙең береһе булараҡ уңышлы үтте, - ти Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский.
- Республика икенсе йыл рәттән бизнес өлкәһендәге мәсьәләләрҙе һәм проекттарҙы тикшереү өсөн файҙалы эш алып бара. Был проекттар һәм уларҙы үҫтереү, тормошҡа ашырыу йәһәтенән тикшерелгән аныҡ башланғыстар. Форум үҙенсәлеге шунда, - ти «ТАСС» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры урынбаҫары Андрей Соколов.