Пандемия арҡаһында автомобилдәр өсөн тейешле деталдәр килеп етмәй һәм яңы машиналар сығарыу темпы кәмей. Кеше иң күп теләп һатып алған моделдәр автомобиль баҙарҙарында әҙ. Булғандарының хаҡы ҡыйбат. Айырыуса Фольксваген, Тойота, Киа кеүек машиналарға ҡытлыҡ бар.
“Иҡтисад” милли проекты был тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтеләсәк һәм премиум класлы автомобилдәрҙең хаҡын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй, Европа машиналарына дефицитты Ҡытай етештереүселәре үҙ файҙаһына борҙо. Хәҙер Рәсәй баҙарында Haval, Geely, Chery, Changan, Lifan кеүек машиналар артты.