"Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары - 2021" конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында уҙҙы.
- "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" программаһында беҙ 24-се йыл ҡатнашабыҙ, - тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. - Ошондай оҙаҡ ихтыяж менән файҙаланған программалар һәм конкурстар күп түгел. Федераль этапта республикабыҙ исеменән уңышлы сығыш яһаған, конкурсты ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашҡандарҙың барыһын да ҡотлайым. "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" программаһы компаниялар эшмәкәрлегенең төп өлкәләрен берләштерҙе.Өфө урман-техника техникумының «Лимонарий» уҡыу-тәжрибә хужалығының конкурс лауреаттары булыуы ҡыуаныслы ваҡиға булды.
- Иң яҡшылар иҫәбендә булыу - ҙур яуаплылыҡ, - тип билдәләне «Лимонарий» уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садиҡова. - Хәҙер иң яҡшы маркаһын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә тотоу өсөн тырышып эшләйәсәкбеҙ.